Абхазия театры гастроль менән Башҡортостанға килә

11 сентябрҙән Самсон Чанба исемендәге Абхаз дәүләт драма театры Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһай. Кеше яҙмыштары аша ҡатмарлы осорҙарҙы сағылдырған «Йәйәү» һәм «Сәриә» спектаклдәре абхаз телендә ҡуйыласаҡ. Абхаз халҡы менән дуҫлыҡ электән килә, уны яңыртыуға нигеҙ Башҡортостан башлығы етәкселегендә рәсми делегация булғандан һуң һалынған.

Беҙ Башҡортостан етәкселеге менән ике яҡлы гастролдәр уҙғарырға килештек. Мәҙәни өлкәлә дуҫлыҡты нығытыу мөһим. Тәүҙә үҙебеҙ барабыҙ, һуңынан уларҙы көтәбеҙ.

Алхас Чолокуа, С.Чанба исемендәге абхаз дәүләт драма театры генераль директоры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ