Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр аҙна һайын тиерлек төрлө мәҙәни һәм спорт ярыштарын уҙғара. Сираттағы осрашыуҙа улар баскетбол уйнаны. Ярыш ваҡытында ҡул эштәре сауҙаһы ла ойошторолдо. Майҙанда яңғыраған йыр-моң кәйефтәрҙе күтәрҙе. Уйын күрше-ара татыулыҡты, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаланы.



