Республикала икенсе тапҡыр ойошторолған күләмле ярышта быйыл 34 команда ҡатнаша. Майҙанда Благовар, Иглин, Бишбүләк, Әлшәй райондары спортсылары һәм баш ҡала хоккейсылары көс һанышты.
Республика һәүәҫкәр хоккей лигаһында өс дивизион иҫәпләнә. Иң көслө спортсылар беренсе төркөмдә уйнай. Икенсе дивизионда спорт мәктәбен тамамлаған хоккейсыларға уйнау тыйыла. Өсөнсө төркөмдә боҙға яңы баҫып уйнай башлаған егеттәр көс һынаша. Ярыштың тәүге көнөндә спорт комплексында «Республика» һәм «Бетар» командалары уйнаны.



