Улар «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Республика етәксеһе белдереүенсә, бөгөнгө һайлау төбәк өсөн бик мөһим. Сөнки Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан тыш, ауыл биләмәләренең бөтә депутат корпусына ла депутаттар һайлана. Төбәк парламентының алдағы саҡырылышы өсөн уҙған биш йыл эшлекле, конструктив һәм бик тә фәһемле үтте. Депутаттар корпусына коронавирус инфекцияһы, санкциялар баҫымы шарттарында ашығыс һәм ябай булмаған ҡарарҙар ҡабул итергә тура килде. Шуға ла киләһе саҡырылышҡа лайыҡлы кешеләр килер тип ышанам, тине Башҡортостан Башлығы.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та ҡатыны менән «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы һайлау участкаһында гражданлыҡ бурысын үтәне. Тауыш биреүҙән һуң парламент спикеры журналистар менән аралашты. Ул һайлау кампанияһының «тактик, дөрөҫ» үтеүен билдәләне һәм һайлау тамамланғанға тиклем бер ниндәй ҙә закон боҙоуҙар булмаясағына ышаныс белдерҙе.






