Улар дәүләт һәм хәрби эшмәкәрлектә, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштары булған шәхестәрҙең исемен йөрөтә. Әбйәлил, Бәләбәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле райондарында Һәм Өфөнөң Дим районында ошондай һайлау участкалары биләмәһендә йәшәгән һайлаусылар тауыш биреү көнөндә үҙҙәренең һайлау хоҡуғы менән файҙаланып ҡына ҡалмай, Башҡортостандың күренекле кешеләренең тормош юлы менән дә танышырға, ил тарихының данлы биттәренә байҡау яһай ала. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 2316-сы һайлау участкаһынан БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Республиканың бар һайлау участкаларындағы кеүек Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 2316-сы һайлау участкаһы ла Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт гимндарынан асылды.
Һайлау участкаһы эш башлап та өлгөрмәне ауыл мәҙәниәт йортона халыҡ кемуҙарҙан ағылды. Тәүгеләрҙән булып Хеҙмәт ветераны Әфҡәт Ниғмәтуллин да гражданлыҡ бурысын үтәне. Ул һайлауҙарҙа 50-се йылдарҙан ҡатнаша. Ауыл хужалығында ябай ярҙамсынан колхоз рәйесенә тиклем үрләгән замандашыбыҙ бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Почетлы гражданины. Шуға ла аҡһаҡалдың әйтер һүҙе етди һәм ҡыҫҡа.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге һайлау участкаһында йәмғеһе 700-гә яҡын һайлаусы теркәлгән. Улар араһында тәүгә ҡатнашыусылар ҙа бар. Мөһим сараға урындағы халыҡтың һәр ваҡыттағыса дәррәү ҡатнашыуы билдәләнә. Быйыл Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы менән бергә, Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауыл биләмәһе советына егерме туғыҙынсы саҡырылышҡа депутаттар һайланды.
Гражданлыҡ бурысын үтәгән халыҡ урында уҡ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт программаһына ла тамаша ҡылды. Шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлын күҙ алдына баҫтырған музей менән дә танышты.
Әйткәндәй, Ҡырмыҫҡалы районындағы кеүек республиканың тағы ла биш төбәгендә исемле һайлау участкаһы эшләй. Атап әйткәндә, Әбйәлил, Бәләбәй, Илеш, Мәсетле райондарында Һәм Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан.
Азат Ғәлиуллин






