Гражданлыҡ бурысын «Йәшелдәр» Рәсәй экологик партияһының Башҡортостан бүлексәһе советы рәйесе Руфина Шаһапова ла үтәне. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты йәшәгән урыны буйынса, баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан тауыш биреү нөктәләренең береһенә килде. Руфина Шаһапова тәртипкә ярашлы, ябыҡ бүлмәлә тауыш биреп, ҡағыҙын урнаға төшөрҙө. Дәүләт эшмәкәре белдереүенсә, «Йәшелдәр» партияһы 300-ҙән ашыу кандидат сығарған, уларҙың төп өлөшө муниципаль һайлауҙарҙа ҡатнаша. Кандидаттар башлыса йәш, яңы йөҙҙәр. Тауыш биреүҙә ҡатнашыу - республиканың һәр кемдең гражданлыҡ бурысы. Был йәһәттә әүҙемлек күрһәтеү мөһим, тигән фекерҙә Руфина Шаһапова.




