Иртәнге сәғәт етелә Иглин районының барлыҡ 43 һайлау участкаһында ла һайлау башланды 2023-09-10T12:48:00+05:00 Бында илле меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән. Һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып Иглин ауылынан Людмила Кухтина килде. Сәйәси кампания лайыҡлы, ғәҙел үтһен өсөн үҙ гражданлыҡ позицияңды үтәү кәрәк Был илһөйәрлек күрһәткесе. Һайлауҙы ҡалдырғаным юҡ.Людмила Кухтина, һайлаусы