Ул хәрби институт курсанты булған сағында һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнашҡанын һәм шул ваҡыттан алып бер ҡасан да ҡалдырмауын һөйләне. Сәйәси компания һәр йәштә мөһим, сөнки был беҙҙең киләсәгебеҙҙе һайлау. Хәҙер беҙ илебеҙҙе яҡшыраҡ һәм тормошобоҙҙо тотороҡлораҡ итәсәк кандидаттарға һәм партияларға үҙ тауышыбыҙҙы бирә алабыҙ, тип билдәләне Фәрит Ғүмәров.
Дин әһелдәре лә үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын белдерә. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Өфө районы Зубов ауылында тауыш бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, диненә ҡарамайынса, һәр граждан илдең киләсәген билдәләүҙә ҡатнашырға тейеш. Һайлауҙан шағирҙар ҙа ситтә ҡалмай.



