Һайлау участкаһына бара алмаған граждандар өсөн ваҡытлыса һайлау участкалары ойошторолдо

Өйҙә лә тауыш бирергә була. Был мөмкинлек менән ғәҙәттәгесә кисерерлек сәбәп буйынса һайлау участкаһына бара алмаған граждандар - өлкән йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирлеләр файҙалана. Яуаплы көндә дауаханала пациенттарҙың, дежурҙа булған табиптарҙың да һайлау хоҡуғы үтәлә. Ошо маҡсатта Башҡортостан медицина учреждениеларында 28 ваҡытлыса һайлау участкаһы ойошторолған.

Граждандарҙың теркәү урыны буйынса тауыш биреү майҙансығы булараҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттары, медицина колледжы биналары ла билдәләнгән. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Иртәнге медицина процедураларын үткәндән һуң, пациенттар дауахананың конференциялар залында ойошторолған ваҡытлыса һайлау участкаһына ағылды. Бында уларҙы таныш йөҙҙәр ҡаршы алды - комиссия ағзалары вәкәләтен бер төркөм медицина хеҙмәткәре үтәй. Һайлаусылар билдәләүенсә, учреждение стеналарында Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышына депуттар һайлауға уңайлы шарттар булдырылған.

Өфөнөң 18-cе ҡала клиник дауаханаһында ваҡытлыса һайлау участкаһы тәүгә генә ойошторолмай. Урындағы етәкселек билдәләүенсә, Берҙәм тауыш биреү көнө һәр ваҡыттағыса ойошҡан үтә. Дежурҙа булған медицина хеҙмәткәрҙәре лә һайлауҙан ситтә ҡалмай.

Ваҡытлыса һайлау участкаһына үҙаллы төшә алмаған ауыр хәлдәге пациенттар янына комиссия ағзалары үҙҙәре юллана. Палатаға ингәндә күсмә урна файҙаланыла. Һәр кемдең һайлау хоҡуғы теүәл үтәлә.

Яңы ғына операция үткәргән ауырыуҙарға, аҙ мобилле граждандарға урында уҡ бюллетендәр тапшырыла. Тауышты күрһәткәндән һуң, улар мотлаҡ рәүештә махсус йәшниккә төшөрөлә. Республика, ил киләсәген яҡшыртырға теләгән граждандар араһында кисерерлек сәбәп буйынса өй шарттарында тауыш биреүселәр бар. Һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары заявкалар буйынса һәр адресҡа сыға. СССР-ҙың почетлы нефтсеһе, хеҙмәт ветераны Илдус Яубаҫаров та фатирынан сыҡмай, граждандыҡ бурысын үтәне.

Өфөнөң Киров районы буйынса 115-cе һайлау участкаһында исемлек буйынса мең ярым кеше тауыш бирергә тейеш, уларҙың утыҙҙан ашыуы комиссия ағзаларын өйөнә саҡыртҡан.

Һайлауҙа һәр тауыш мөһим. Комиссия ағзаларына суд ҡарары буйынса өй арестына ебәрелгән бер гражданинға ла бюллетень тапшырҙы. Ул да үҙ теләге менән республика киләсәген билдәләүҙә ҡатнашты.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ