Республикала беренсе халыҡ-ара геологтар чемпионаты уҙғарыла. "Геоһынау" тип исемләнгән ярыш киләһе аҙнала башлана. Унда Рәсәй төбәктәре, сит илдәрҙән йәш геологтар һәм ғалимдар ҡатнаша. Чемпионат Шишмә районындағы "Патриот" паркында, Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарында ойошторола. Вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов һөйләй.
Чемпионатта 11 төр ярыш була. Конкурсанттар палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тота, проекттарын яҡлай. Йәш геологтарҙы илдең абруйлы ғалимдары һәм эксперттар баһалай. Сара 16 сентябрҙән 22-һенә тиклем үтә.







