Заманса йыһазландырылған класстарҙа яңы йүнәлештә ниндәй һөнәрҙәр үҙләштерергә мөмкин? Был хаҡта киләһе яҙмала.
«Изгелек мәктәбе» проекты сиктәрендә коррекция мәктәбе танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Заманса ҡорамаладар менән алты кабинет йыһазландырылған. Уларҙа уҡыусылар бер-нисә йүнәлештә, атап әйткәндә, мәктәп программаһы, өҫтәмә белем биреү, һөнәри яҡтан үҫешә ала.
Уҡыу кабинеттары интерактив таҡталар, махсус парталар, төрлө темаларҙы тәрәнәйтеп өйрәтеүсе күргәҙмә әсбәптар менән байытылған. Һөнәри үҫеш программаһы сиктәрендә йәшел хужалыҡ эшсеһе, столяр һәм слесарь һөнәре буйынса кабинеттар йыһазландырылған. Уҡыусыларға заманса һәм хәүефһеҙ станоктар алынған.
Мәктәптә мәғариф программаһы буйынса дефектолог һәм социаль-көнкүрешкә өйрәтеү кабинеттары асылған. Һуңғыһында балалар аш-һыу әҙерләргә, ғаилә бюджетын иҫәпләргә өйрәнә. Коридорҙа ҡулдар моторикаһын үҫтереү өсөн бизибордтар урынлаштырылған.
«Изгелек мәктәбе» проекты сиктәрендә бында белем алған 116 бала үҙҙәрен төрлө өлкәлә үҫтерә ала.
Гүзәл Борханова



