Башҡортостанда ауылда йәшәгән инвалидтарҙы дауаханаға махсус транспортта алып баралар

Республика Башлығы ошоға бәйле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Инвалидтар һәм ҡаты сирләгән пациенттар табипҡа күренеү өсөн социаль транспорт менән файҙалана ала. Быға тиклем ауылда йәшәгән 65 йәштән өлкәндәр генә ошондай мөмкинлеккә эйә ине. Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре махсус транспортта инвалид йортона килеп дарыуҙар тапшыра ала.

Фото №1 - Башҡортостанда ауылда йәшәгән инвалидтарҙы дауаханаға махсус транспортта алып баралар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ