17 сентябрҙә Өфөлә “Геоһынау” тигән халыҡ-ара чемпионат башлана. Унда 50-гә яҡын Рәсәй төбәге, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Беларусь һәм Үзбәкстандан студент командалары ҡатнаша. Йәштәр аҙна дауамында геология буйынса белемдәрен күрһәтә. Беҙҙең республикала Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть-техник университеты, шулай уҡ Октябрьский нефть колледжында геологтарҙы әҙерләйҙәр.




