Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Әле Өфөлә 1,3 мең кеше алданған өлөшсөләр исемлегендә ҡала, 12 проблемалы объект иҫәпләнә. Баш ҡалала өс йортта төҙөлөш бара, 11 торлаҡ буйынса компенсация түләнә, тағы бер йорт буйынса ҡарар тиҙҙән ҡабул ителә.








