Өфөлә махсус операция биләмәһендә һәләк булған Максим Страупе иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында махсус операция биләмәһендә һәләк булған Максим Страупе иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Сержант вазифаһында хеҙмәт иткән яугир 1997 йылда Өфөлә тыуған һәм һауа- десант ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәгән. 2018 йылдан махсус тәғәйенләнештәге төркөм бүлеге командиры булып контракт буйынса хеҙмәт иткән. Ҡаһарман яугирҙың хәрби юлы Сүриә Ғәрәп республикаһы менән дә бәйле. Үлгәндән һуң Максим Страупе «Батырлыҡ ордены» һәм Шайморатов орденыдары менән бүләкләнгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ