Башҡортостанда 55 почта бүлексәһен яңыртып ҡороуға 238 миллион һум тотонолған

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, Рәсәй Почтаһы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә биналарҙа ремонт үткәрелә. Башҡортостанда 1 мең 30 почта бүлексәһе иҫәпләнә. Уларҙың 80 проценты ауылда урынлашҡан һәм 1,5 миллион кешене хеҙмәтләндерә. “Почта бүлексәләре яңыртыла. Бында килеүе күңелле була бара һәм эшләү өсөн уңайлы. Мәсьәләләр бар, әммә улар эҙмә-эҙлекле хәл ителә”, - тип яҙа Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда 55 почта бүлексәһен яңыртып ҡороуға 238 миллион һум тотонолған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ