Баш ҡалала 14 сентябрҙән 17-нә тиклем «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындары фестивале уҙа. Дүрт көн дауамында бында Рәсәй уйынсыҡ етештереүселәренең күргәҙмә-йәрминкәһе, уйынсыҡтарҙың тест-драйвы, оҫталыҡ дәрестәре, тематик конкурстар, спорт турнирҙары, квест-уйындар һәм башҡа бай программа ҡаралған. «Тыныс йоҡо, балалар!» тапшырыуының яратҡан алып барыусылары Татьяна Веденеева һәм Оксана Федорованың сығыштары, йәнһүрәттәр тпарады һәм иң яҡшы балалар спектаклдәрен һәм анимация проекттарын күрһәтеү, «Союзмультфильм» геройҙарының килеүе көтөлә.
Фестивалдә тотош Рәсәйҙән балалар уйындары һәм уйынсыҡтар етештереүсе предприятиелар, һөнәрселәр, студиялар, уйынсыҡтар эшләү менән шөғөлләнгән художество коллективтары, уйынсыҡтар дизайнерҙары, ҡурсаҡ жанрында эшләгән театр коллективтары ҡатнаша. Фестиваль көндәрендә Совет урамының бер өлөшө транспорт хәрәкәте өсөн ябыла.






