Ике йыл эсендә 55 бүлексә ремонтланған. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы яҙған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәк почта бүлексәләренең 80 проценты ауылдарҙа урынлашҡан, улар миллион ярым кешене хеҙмәтләндерә. Күп кенә тораҡ пункттарҙа почта мөһим социаль инфраструктура үҙәге булып тора, унда хат ебәрергә һәм алырға, дәүләт хеҙмәттәре аккаунтын раҫларға йәки тергеҙергә, ҡан баҫымын үлсәргә, кәрәкле тауарҙар һатып алырға мөмкин. Бүлексәләрҙә инженер коммуникациялары реконструкциялана һәм модуль конструкцияларҙан яңы стеналар төҙөлә. Унда килеү ҡыуаныслы һәм уңайлы, тип яҙған Радий Хәбиров.






