Берҙәм тауыш биреү көнөндә 95 кеше мөрәжәғәт иткән. «Берҙәм Рәсәй» партияһы брифингында шылтыратыуҙарҙың төп өлөшө мәғлүмәти һорауҙарына ҡағылышлы булған. Партиялар буйынса һайлау күрһәткестәренә килгәндә, «Берҙәм Рәсәй» 68,9 процент тауыш менән беренсе урынды биләй.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, Башҡортостанда һайлауҙа ҡағиҙә боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Сәйәси кампания асыҡ, тыныс, объектив үтте тип баһаланды. Етенсе саҡырылыштағы республика парламентының тәүге ултырышы октябрь башында үтә. Берҙәм тауыш биреү көнө һөҙөмтәләре 13 сентябрҙә иғлан ителер тип көтөлә.



