Юлаевсыларға ҡунаҡҡа Магнитогорскиҙың «Металлург» клубы килде. Осрашыу алдынан йәшләй генә вафат булған Родион Әмировтың байрағын арена көмбәҙе аҫтына күтәреү тантанаһы үтте. Уйынсы быйыл августа ауырыу менән оҙайлы көрәшкәндән һуң арабыҙҙан киткәйне. Уйынға килгәндә 15-се минутта Никита Гребёнкин дәғүәселәрҙе алға сығарҙы. Минут ярымдан Люк Джонсон «Металлург»тың өҫтөнлөгөн ике тапҡырға арттырҙы. Артабан Вячеслав Лещенко яуап шайбаһы индерә алды. Яҡташыбыҙ Александр Шаров менән Владислав Ефремовтың пасын оҫта файҙаланды. Әммә 1-2 иҫәбе осрашыу аҙағына тиклем үҙгәрмәне. Киләһе уйынын юлаевсылар 14 сентябрҙә үткәрә. Өфөгә Ҡазандың «Аҡ Барс» клубы килә.



