БДМУ лабораторияһы белгестәре урология һәм яман шеш сирҙәрен тикшереү өсөн яңы ҡоролма алды

Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораторияһы белгестәре урология һәм яман шеш сирҙәрен тикшереү өсөн яңы ҡоролма алды. Заманса аппарат организмдың һәр күҙәнәген тикшереп ауырыуҙың сәбәбен асыҡларға, диагнозды теүәл асыҡлап уны дауалау юлдарын билдәләргә булышлыҡ итә. Күҙәнәктәр секвенаторы менән эш алып барыу өсөн Рәсәйҙә дүрт лаборатория билдәләнгән. Яңы технология ғалимдарҙың һәм медицина тармағы белгестәренең эшен еңелләштереп пациенттарҙың сәләмәтлеген күҙәтергә ярҙам итә. Башҡортостанға заманса аппарат «Өҫтөнлөк-2030» дәүләт программаһы буйынса бүленде.

Башҡортостанда беренсе секвенатор күҙәнәктәрҙе тикшереүҙе яңыса ойошторорға мөмкинлек бирә. Уникаль ҡоролма патология булған күҙәнәктең портретын билдәләп, һөҙөмтәле диагностика яһарға ярҙам итә. Урология, яман шеш сирҙәрен өйрәнеүҙә был аппарат алдынғы технологиялар исемлегендә.

Ҡәҙриә Йәнекәева, БДМУ-ның иммунология лабораторияһы мөдире
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ