Башҡортостанда талпан ҡаҙалыу осраҡтары йышайған

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы аҙнала ғына талпан 106 кешегә ҡаҙалған, уларҙың 63-ө балалар. Ә йыл башынан республика медицина учреждениеларына был бөжәктән зыян күргән 10 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Ведомство белгестәре билдәләүенсә, талпандарҙың әүҙемләшеүе миҙгелгә ҡарап айырыла. Яҙғыһын бөжәктәр май-июнь айҙарында күпләп һөжүм итә, ә көҙ әүҙем осор август-сентябргә тура килә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ