Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Садко» спектакле Мәскәүҙә күрһәтеләсәк

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң күләмле, иң оҙон спектакле Мәскәүҙә күрһәтеләсәк. «Садко» тәүгә Ҙур театр сәхнәһенә сығарыла. Премьера алдынан Рәсәйҙең иң билдәле театрында Башҡортостан артистары репетиция үткәрҙе. Төп тамаша алдынан ижади коллектив бер көн эсендә яңы сәхнәне өйрәнеп өлгөрөргә тейеш ине. Баш ҡаланан БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.

Ҙур театр акустикаһын артистарҙың күп өлөшө тәүгә һынап ҡарай. Тарихи сәхнә ҙурлығы менән генә түгел, техник мөмкинлектәре менән дә һоҡландыра. Артистар тулҡынлана, тик бөйөк сәхнәнең энергияһы уларға көс өҫтәй.

«Садко» операһын ҡараған тамашасы Боронғо Новгород һәм һыу аҫты донъяһына барып эләгә. 4 сәғәт дауам иткән спектакль балаларҙы ла арытмай: әкиәт мотивтары менән үрелеп барған сюжет йәнле һәм ҡыҙыҡлы ҡоролған.

Театр солисы Әлфиә Кәримова өсөн дә был дебют сығыш. Сәхнәлә декорациялар ҡуйылғансы, ул үҙ гримеркаһында тауышын көйләй.

Йырсы Һыу аҫты Батшабикәһе ролен башҡара. Уның кейеме лә айырым зауыҡ менән биҙәлгән. Ә гәүһәр ташлы таждың ауырлығы 4 килограмға етә.

«Садко» операһы театр репертуарында иң оҙон һәм күләмле спектакль һанала. Тамашаға театрҙың бөтә ижади коллективы йәлеп ителгән. Опера, балет, хор тулы составта ҡатнаша.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһе Ҙур театрҙыҡынан ҡалышмай. Майҙаны буйынса ғына бәләкәйерәк. Был йәһәттән Ҙур театр үҙ исемен аҡлай. Ул 4 метрға киңерәк, шуға ла декораторҙарға өҫтәмә урын әҙерләргә тура килгән. Артистарға яңы шарттарға яраҡлашыр өсөн, тик бер көн генә бар

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары тарихи сәхнәгә тәүгә күтәрелмәй. Быға тиклем бында «Дон Кихот», «Атилла», «Вита нова» опералары баш ҡала тамашасыһы хөкүменә сығарылған.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ