“Таҙа ил” федераль проектына ярашлы киләһе йыл аҙағына тиклем Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау ҡалалары янындағы сүп-сарҙы эшкәртеү ҡарала. Был маҡсатҡа Федераль ҡаҙнанан һәм республика бюджетынан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Сүплектәрҙе юҡ итеү халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ, тип белдерәләр Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығынан. Был ерҙәр муниципалитеттарға тапшырылып, унда артабан йәшелләндереү эштәре башҡарыла.







