Торлаҡ йорттарға ҡасан йылы бирелә? Республика менән идара итеү үҙәгенә ошо һорау менән мөрәжәғәт итеүселәр бар. Һауа температураһы биш көн рәттән 8 градустан түбән булһа, йорттар йылытыла башлай. Үҙәк хеҙмәткәре Ильяс Сәғитов:
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр араһында өйҙә артыҡ эҫе булыуына ла зарланыусылар бар. Был осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин? Ильяс Сәғитов яуап бирә.
Республикала йылытыу миҙлегенә әҙерлек өсөн 8 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Был сумма былтырғы менән сағыштырғанда 30 процентҡа күберәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, 10 сентябргә йылытыу системаларына таҙартылған һыу тултырылырға тейеш. Район һәм ҡалалар 15 сентябргә тиклем йылытыу миҙгеленә әҙерлек тураһында паспорттар күрһәтергә бурыслы.







