Йәкшәмбе Башҡортостанда 1-се Халыҡ-ара геология чемпионаты асыла

Күләмле сара республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса ойошторола. Чемпионатта Рәсәй, Ҡаҙағстан республикаһы йәш геологтары һәм ғалимдары ҡатнашыуы көтөлә. Һөнәри ярыш Шишмә районындағы «Патриот» паркында, Архангел, Ишембай, Ғафури райондарында уҙғарыла. 11 төр һынау тупланған чемпионатта ҡатнашыусы йәштәр палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия буйынса күнекмәләрҙә көс һынашасаҡ. Сара 16-нан 22 -се сентябргә тиклем үтә.

Бәләкәйҙән үк география факультетына уҡырға инеп геолог булырға хыялландым. Институтта уҡыу бик ҡыҙыҡлы. Ер, ҡаҙылма байлыҡтар менән бәйле мәғлүмәт туплайбыҙ. Беҙ теоретик белемде ялан шарттарында һынап, тәбиғәтте өйрәнәбеҙ.

Диана Бәҙретдинова, Өфөнөң тәбиғәт һәм кеше институты студенты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ