Борай районында 48 фап эшләй. Быйыл йәнә ике модулле пункт тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ҡушманаҡ ауылындағы модернизация саралары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Иртә менән велосипедта елдереүсе ханымды Ҡушманаҡта йәшәүселәр әллә ҡайҙан танып тора. Ул йыл әйләнәһенә тәүлектең төрлө ваҡытында беренсе ярҙам күрһәтергә ашығыусы ауыл фельдшеры Ғәлиә Ғәлиева. Беҙ уны сираттағы саҡырыуҙан ҡайтып килгәнендә ағас биналағы фельдшерлыҡ пункты янында тап иттек.
Ул арала фельдшерға күренергә башҡа пациенттар ҙа килә башланы. Өлкән быуын вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, йәш балалы әсәләр һаулығы һағында торған Ғәлиә Ғәли ҡыҙы ауыл халҡын 1985 йылда төҙөлгән фапта ҡабул итә.
Күп бала тәрбиәләүсе әсә Айһылыу Бикташева ун бер айлыҡ кинйә улын ай һайын медицина хеҙмәткәренә күрһәтә, прививкаларға ла ваҡытында йөрөтә.Тәжрибәле, белемле фельдшер сабыйҙарҙың хәлен тын алышынан аңлап, тойоп тора. Айһылыу Финарет ҡыҙы тиҙҙән сабыйын яңы шарттарҙа, модулле фапҡа йөрөтәсәгенә һөйөнә.
Борай районында быға тиклем 8 заманса модулле фап ҡоролған. Быйыл Ҡушманаҡта, Яңы Елдәктә заманса йыһазландырылған медицина учреждениелары файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана.
Ҡушманаҡта яңы заманса модулле фап Роберт Әхмәғгәлиев исемендәге үҙәк урамда ҡоролған. Өлкән быуын вәкилдәре медицина учреждениеһы асылыуын ауыл халҡы өсөн мөһим ваҡиға булараҡ ҡабул итә.
Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары яңы фапта фельдшерға бүлмәләрҙе тәртипкә килтерергә ярҙамлаша. Тиҙҙән был бина эсендә медицина ҡорамалдары урынлаштырыласаҡ, канализизация эшләй башлаясаҡ.
Модулле фапта пациенттарҙы ҡабул итеү зонаһы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау кабинеты, прививка, процедуралар бүлмәһе, яңы тыуған бәләкәстәр өсөн дә айырым уңайлыҡтар ҡаралған.Халыҡ бында диспансер тикшереү үтәсәк, анализдар тапшырасаҡ, айырым осраҡтарҙа телемедицина ярҙамында консультациялар ойоштороу ҙа күҙаллана.
Гүзәл Борханова



