Дөйөм эшкә үҙ өлөшөңдө индер. Кушнаренко районы үҙәгендә Республикала ирекле милли батальон ойоштороу һәм контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү буйынса штаб филиалы асылды. Ошо уңайҙан урында яуаплы вәкилдәр ҡатнашлығындағы беренсе ултырыш үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Һөйләшеү асыҡ форматта үтте. Шуға ла теләге булған һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап та алды. Улар төрлө - йәш сикләүенән алып, Рәсәйҙең ниндәй хәрби ғәскәрҙәренә барырға мөмкин булыуына тиклем.
Кушнаренко районы үҙәгендә штаб булдырыу башланғысы менән Миңлеғәле Шайморатов ордены кавалеры Борис Гордеев сыға. Быға республика халҡының күп һанлы мөрәжәғәте лә сәбәпсе. Махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына иғтибар һәм контракт хеҙмәт өҫтөнлөктәренә бәйле һөйләшеүҙән һуң, филиал етәксеһе тәҡдим ителде.
Контракт буйынса хеҙмәт Рәсәй ҡораллы көстәре составында ирекле хәрби эшмәкәрлек булып тора. Рәсәй оборона министрлығы граждандарҙың был категорияһына айырым шарттар тәҡдим итә. Атап әйткәндә, эш хаҡы, социаль пакет, льготалар, аҡсалата компенсациялар һәм дәртләндереү саралары. Бынан тыш, субъекттар ҙа үҙ хәрбиҙәренә ҙур ярҙам күрһәтә.
Контракт төҙөгән хәрбиҙәр, беренсе сиратта, әҙерлек үтеү өсөн уҡыу хәрби частарына ебәрелә. Ул ике аҙнанан өс айға тиклем дауам итергә мөмкин. Ошонан һуң ғына ир-егеттәр махсус операция биләмәһенә ебәрелә ала. Әйткәндәй, ил президенты бойороғона ярашлы, мобилизацияланған, контракт буйынса хеҙмәт итеүсе граждандарҙың хеҙмәт стажы тулһа, пенсия түләнә. Ҡануниәт 11 сентябрҙән ғәмәлгә инде.
Азат Ғәлиуллин






