Сағыштырып ҡараһаҡ, былтыр был осорҙа сирләүселәр бөтөнләй булмаған. Ауырыуҙың тәүге билдәләре, дауалау ысулдары тураһында киләһе репортаж.
Өс йәшлек Теона быума йүтәл менән Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына эләккән. Ваҡытында күрелгән медицина ярҙамы өйәнәктең баҫылыуына булышлыҡ иткән. Ҡыҙҙың әсәһе билдәләүенсә, сирҙең билдәләре бер ай элек беленә башлаған. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһын хәтерләткән. Йүтәл айырыуса төндә көсәйгән.
Быума йүтәл йоғошло ауырыу иҫәпләнә, һауа аша тарала. Бөгөн медицина учреждениеһында был сирҙән ун һигеҙ бала дауалана. Һәр береһе айырым боксҡа урынлаштарылған. Табиптар ата-әсәләрҙе йәнә иҫкәртә. Балаларға милли календарға ярашлы ваҡытында вакцинация үткәрмәү күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал.
Быума йүтәл тиҙ генә үтмәй, йоғошло осоро 25 көн дауамында һаҡлана. Ҡатмарлы сирҙең оҙаҡҡа һуҙылыуына бәйле элек уны «йөҙ көнлөк йүтәл» тип тә йөрөткәндәр. Инфекция балаларҙа ғына түгел, өлкәндәр араһында ла осрай. Белгестәр ваҡытында медицина ярҙамы алырға, кәрәк икән, стационар шарттарҙа дауаланырға саҡыра
Гөлназ Хәйбуллина



