Бындай мәғлүмәтте Росстат килтерә. Былтыр республикала 258 миллион сәфәр ойошторолған. Был төбәктең бер нисә йыл дауамында алып барған етди хеҙмәт емеше. Был хаҡта Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. 2019 йылдан алып республикаға бәләкәй, урта һәм ҙур класлы 1 мең 80 автобус һатып алынған.
Быйыл тағы ла 32 яңы туристик автобус ҡайтарылған. Улар республика буйлап һәм башҡа төбәктәргә әүҙем йөрөй. Сочи, Анапа һәм Ялтаға автобус турҙарын асыу планлаштырыла. Уңайлы түләү системаһы төҙөлгән. «Алға» транспорт картаһы билетты ҡулаҡса менән түләгәнгә ҡарағанда арзаныраҡ һатып алырға мөмкинлек бирә. Әммә был транспорт реформаһының бер өлөшө генә. Башҡортостанда автобус менән йөрөүҙе тағы ла уңайлыраҡ итеү өсөн үҫеш мөмкинлектәре ҙур, тип билдәләгән Радий Хәбиров.






