Стәрлебаш районының 4 мәктәбе уҡыусылары белем көнөн заманса мәғариф учреждениеһында ҡаршы алды

Яңы уҡыу йылын - яңы мәктәптә. Стәрлебаш районының 4 мәктәбе уҡыусылары белем көнөн заманса мәғариф учреждениеһында ҡаршы алды. Стәрлебаш, Иҫке Ҡалҡаш, Айҙарале, Йәшергән ауылдарындағы объекттар «Мәғариф үҫеше» федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Белем усаҡтарын капиталь ремонтлауға 6 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Төҙөүселәр биналарҙы яңыртҡанда, педагогтар уҡыу программаһына үҙгәрештәр индергән. Сөнки заманса шарттар яңы мөкилектәр асҡан. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Иркен, яҡты, заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа дәрестең үткәне лә һиҙелмәй. Стеналар асыҡ төҫтәргә буялған, һәр бүлмәлә интерактив ҡоролмалар. Стәрлебаш районының 2-се мәктәбе коллективы ыңғай үҙгәрештәргә һаман ышанып бөтә алмай, әкиәт донъяһына эләккән һымаҡ.

Яңы ашханала хәҙер бар уҡыусыларҙы бер юлы туҡландырыу мөмкинлеге бар, элек урын етмәү сәбәпле, сиратлап йөрөргә тура килгән. Мәктәптә инженер селтәрҙәре лә яңыртылған. торбалар, электр үткәргестәре алмаштырылған. Быға тиклем түшәмдән һыу төшөп ыҙалатҡан, уҡытыусылар белем биреүҙән тыш ҡыйыҡты ла ямап торған. Педагогтар фекеренсә, заманса шарттар уҡытыу сифатына ла ыңғай йоғонто яһай.

Иҫке Ҡалҡаш мәктәбен дә танырлыҡ түгел. Белем усағында капиталь ремонт үткәрелгән, «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә үҫеш нөктәһе барлыҡҡа килгән. Кабинеттарҙа заманса ҡоролмалар урынлаштырған.. Был үҙ сиратында төрлө конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеген дә арттыра. Уҡыусылар өсөн айырым ял зонаһы асылған, балалар тәнәфестә шашка, шахмат, өҫтәл теннисы уйнай ала.

Иҫке Ҡалҡаш мәктәбе үҙенең ҡаһарман уҡыусылары менән дә ғорурлана, белем усағының Шайморатов класында герой партаһы ҡуйылған. Уҡытыусылар фекеренсә, йәш быуын батыр яҡташтарын белеп үҫергә тейеш. Ә үҙгәрештәргә килгәндә, был көн талабы, йәш быуынды ҡыҙыҡһындырыу өсөн заман менән бергә атлау шарт.

Стәрлебаш районында шулай уҡ Айҙарале, Йәшергән мәктәптәре төҙөкләндерелгән. Был мәғариф учреждениеларында ремонт эштәре асылғандан алып яһалмаған. Киләсәктә районда тағы ла 9 белем усағын яңыртыу күҙаллана.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ