Өфө дәүләт нефть техник университетының климат һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы лабораторияһы Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусында эшләйәсәк. Тикшеренеү объекттарының береһе - карбонлы полигон. Урман, һаҙлыҡ, ауыл хужалығы биләмәләре - уникаль экосистемалы тәбиғи участкаларҙа заманса ҡорамалдар ярҙамында ташланған һәм һеңдерелгән парник газдары үлсәнә. Дәүләкән районында урынлашҡан Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығында ойошторолған тикшеренеүҙәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Алты йөҙ гектарҙа урынлашҡан Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығында күләмле тикшеренеүҙәр алып барыуҙа пилотһыҙ осоусы аппарат файҙаланыла. Мультиспектраль камера һәм лазерлы локатор - лидар ярҙамында ятҡылыҡтың өс үлсәүле һүрәте тапшырыла, унда ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙың бейеклеген, үҫемлектәрҙең ҡуйылығын, күләмен билдәләргә була. Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү маҡсатында киптерелгән һаҙлыҡта ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Ғалимдар билдәләүенсә, алты йыл элек урындағы экосистеманы тергеҙеү буйынса эш һөҙөмтәһеҙ үтмәгән.
Камералы ысул - юғары теүәллеге булған газоанализатор ярҙамында ғалимдар углескислый газ һәм метан күләмен өйрәнә. Мәғлүмәттәр һаҙлыҡтың төрлө урындарында көндөҙгө һәм төнгө ваҡытта алына. Күп төрлө тикшеренеүҙәр билдәләнгән участкалар парник газы күләмен билдәләргә ярҙам итә.
Климаттың глобаль үҙгәреүе менән көрәштә иң төп ысул - декарбонизация, йәғни экологик эҙҙе юҡ итеү. Атмосфераға ташланған парник газдары күләмен кәметергә кәрәк. Ошо маҡсатта 2021 йылдың февралендә Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министрлығы Рәсәй төбәктәрендә карбонлы полигондар булдырыу буйынса пилот проект башланы. Башҡортостанда ла ғалимдар тарафынан углерод балансы контролгә алынды
Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары климатты, төрлө экосистемаларҙағы үҙгәрештәрҙе өсөнсө йыл өйрәнә. Был йүнәлештә эш республика юғары уҡыу йорттары менән берлектә алып барыла. Әйткәндәй, тиҙҙән Евразия ғилми мәғариф үҙәндә асыласаҡ кампуста климат һәм углерод эҙе мониторингы буйынса ҙур лаборатория ойоштороу ҡаралған. Яңы асыштар булыр тип көтөлә
Гөлназ Хәйбуллина



