Ул онлайн һәм офлайн форматта үтә. Маҡсаты балаларға мәҙәниәт, тарих һәм тыуған ил тураһында белем биреүгә йүнәлтелгән. Уйында 4 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашыуы көтөлә. Сараны ойоштороусы “Тархан” туроператоры етәксеһе Илдар Бикҡужин һөйләй.
Этнографик уйында республика мәктәптәренән 7 -се - 10-сы класс уҡыусылары көс һынаша. Улар араһында 40 еңеүсе билдәләнә. Һәләтле балалар өсөн Мәскәүгә сәфәр ойошторола.







