Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күберәк ярҙам күрһәтеү өсөн, «Содействие» хәйриә фонды ҡеүәтен нығытыу мөһим. Был мәсьәлә буйынса Башҡортостан башлығы Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова менән фекер алышты.
Осрашыу Республика йортонда уҙҙы. Әңгәмә барышында «Рәсәй үҫмерҙәре» федераль стратегия программаһы сиктәрендә Өфөлә асылған «Тап шул урын» үҫмерҙәр клубын өҫтәмә финанслау юлдары ла ҡаралды. Мария Львова-Белова Башҡортостанда Әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса башҡарылған дәүләт сәйәсәтен юғары баһаланы.



