Биләмәлә етемдәрҙең 9 проценты ғына торлаҡ менән тәьмин ителгән. Фатирға сират - бөтә ил буйынса көнүҙәк проблема. Етемдәр тормошона ҡағылған ошо һәм башҡа мәсьәләләр «Торатау» Конгресс-холында уҙған кәңәшмәлә ҡаралды.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова етәкселегендә үткән ултырышта Волга буйы федераль округы төбәктәре вәкилдәре лә ҡатнашты. Түбәнге Новгород, Пенза, Ульянов, Һарытау өлкәләренән килгән белгестәр йорт-интернаттарҙан сығарылған үҫмерҙәрҙе социалләштереү сараларын барланы. Көн дауамында эшлекле төркөм бер нисә социаль учреждениелар эшмәкәрлеге менән танышты.






