Мария Львова-Белова «Бала саҡты ҡайтарып» фестивален асыу тантанаһында ҡатнашты

Эшлекле сараларҙан һуң, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова «Бала саҡты ҡайтарып» фестивален асыу тантанаһында ҡатнашты. Сағыу тамаша «Башҡортостан» ҡала концерт залында уҙҙы.

Артистар менән бергә Волга буйы федераль округының төрлө төбәктәренән килгән командалар күтәрелде. Һарытау, Татарстан, Ульянов һәм башҡа өлкәләрҙән килгән 500-гә яҡын үҫмерҙәрҙең барыһы ла йорт-интернат тәрбиәләнеүселәре. 3 көн дауам иткән фестиваль барышында командалар төрлө спорт, кулинария ярыштарында көс һынашасаҡ. Улар өсөн экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған. Башҡортостан фестивалде 4-се тапҡыр ҡабул итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ