Был туралағы күрһәтмәгә Башҡортостан башлығы ҡул ҡуйған. Документ «Республиканың ауылда йәшәгән 65 йәштән өлкән граждандарын медицина ойошмаларына алып барыу тураһында»ғы күрһәтмәгә үҙгәрештәр индерә. Уға ярашлы, бьнан ары 65 йәштән өлкән кешеләр менән бер рәттән, инвалидтар һәм паллиатив пациенттар ҙа план буйынса табипҡа, диспансер тикшереү үтеү һәм прививка эшләтеү, социаль учреждениеларға барыу өсөн социаль транспорт менән файҙалана ала. Шулай уҡ табиптар махсус транспортта уларҙың өйҙәренә килә, йә иһә препараттар һәм медицина изделиелары илтеүҙе ойоштора ала.






