Башҡортостанда ирекле янғын һүндереү дружиналары көслөләрҙе асыҡланы

Янғын һүндереүселәр оҫталығын һынай. Ирекле янғын һүндереү дружиналары көслөләрҙе асыҡланы. Республика кимәлендәге сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында ойошторолдо.

Бөгөнгө бәйге етеҙҙәрҙе асыҡлау менән бер рәттән ирекмәнлекте популярлаштырырға, уға битараф булмаған граждандарҙың иғтибарын йәлеп итергә тейеш. Ярыш барышын БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов күҙәтте.

Төрлө өлкәләрҙәге һөнәри конкурстар күптән инде дөйөм ҡабул ителгән практикаға әйләнгән. Улар иң яҡшыларҙы асыҡлау һәм шул уҡ ваҡытта ойошма буйынса хеҙмәткәрҙәрҙең компетенция кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. Һәм, моғайын, был бигерәк тә янғын һүндереү эшендә мөһим, унда ғүмер өсөн хәүеф көн һайын бар, ә бәләкәй генә хата ла һәләкәтле эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

Ирекле янғын һүндереү дружиналарының республика кимәлендәге ярышы беренсе тапҡыр үткәрелә. Унда төрлө райондарҙан 38 команда ҡатнаша. Улар махсус ҡорамалдарҙы йәйелдереү, янғын һүндереү мотопомпаһы ярҙамында һауыттан һыу алыу, сәпте бәреп төшөрөүҙә ярыша. Иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иң аҙ хаталар менән заданиеларҙы үтәгән команда еңеүсе тип таныла.

Ирекле янғын һүндереү дружинаһы ағзалары ирекмәндәр булыуға ҡарамаҫтан, уларға юғары профессиональ талаптар ҡуйыла. Улар республика халҡының һәм биләмәләрҙең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Ирекмәндәр республика халҡының 21 проценттан ашыуы йәшәгән ауылдарҙың 76 процентын яҡлай.

Ярыштарҙа һәр ваҡыт кемдер тиҙерәк, уңышлыраҡ булып сыға, әммә янғын дружинаһы ирекмәндәре араһында еңеүселәр һәм еңелеүселәр юҡ, тип иҫәпләй ярыштарҙы ойоштороусылар. Сөнки улар барыһы ла бер эш башҡара - ауылдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итә.

Ярышта ҡатнашыусылар ике дисциплинала иң көслө дружиналарҙы асыҡланы. Еңеүсе командаға янғын һүндереү машинаһы һәм 4 тонна һыуға иҫәпләнгән тағылмалы арба менән бүләкләнде.

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ