«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте


Сарала сәйәси фирҡәнән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға рәйес һайланды. Күпселек тауыш менән был вазифаға ошоға тиклем Башҡортостан Парламенты рәйесе булып эшләгән Константин Толкачев үтте. Шулай уҡ делегаттар партия исемлеге буйынса һайланған депуттарҙы раҫланы. Конференцияла ҡатнашыусылар алдында Республика башлығы, төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаларын һайлауҙа ышаныслы еңеүҙәре менән ҡотланы һәм тауыш биреү һөҙөмәтәләрен йомғаҡлап үтте.

Башҡортостан башлығы белдереүенсә, алда мөһим бурыстар тора. Әммә сәйәси фирҡә вәкилдәренең был бурыстарҙы атҡарып сығыуына шик юҡ. Һуңғы йылдарҙа ҡатмарлы шарттар команданың һөҙөмтәле эшмәкәрлеген иҫбатланы. Һайлауҙа еңеү ошо эҙмә-эҙлекле эштең һөҙөмтәһе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ