Башҡортостанда Рәсәй ҡораллы көстәренең элитаһына һайлап алыу башланды

Башҡортостанда элиталы Ҡораллы көстәр сафы - һауа-десант ғәскәрҙәренең махсус танк батальонына ҡабул итеү ойошторола башланы. Ирекле батальон составында хеҙмәт итергә теләгән ир-егеттәргә 117 телефон һандарына, Хәрби комиссариатҡа йәки ирекле батальондар штабына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Килешеүҙе 65 йәшкәсә тиклем граждандар төҙөй ала. Хәрби контракт кәмендә 6 айға төҙөлә. Танк батальонына быға тиклем хәрби хеҙмәт үтмәгән ир-аттар ҙа ҡабул ителә.

Башҡортостандан хәрби контракт төҙөүселәр башлыса исемле, ирекле батальондар составында хеҙмәт итергә теләй. Республика башлығы тарафынан ҡаралған өҫтәмә финанслау ҙа егеттәргә батальонға теркәлеү өсөн ярҙам, этәргес булып тора. Егеттәр араһында Һауа -десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү абруйлы тип иҫәпләнә.

Сергей Родинко, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты етәксеһе, подполковник
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ