Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы үҙәге автопаркы яңы техника менән тулыланды

6 машина асҡысын водителдәргә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тапшырҙы. Ведомство етәксеһе тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте вәкилдәре менән аралашып ҡына ҡалмай, автомобилде үҙе үк һынап ҡараны. Ул машинаның руль артына ултырып, техник мөмкинлектәрен баһаланы. Улар иһә ысын мәғәнәһендә замандан ҡалышмай. Ә бынан һуң, ауырыуҙарға медицина ярҙамы тағы ла тиҙерәк барып етәсәк.

Яңы машина асҡыстарын тапшырғандан һуң, Айрат Рәхмәтуллин ашығыс ярҙам үҙәгенең шылтыратыуҙар ҡабул итеү бүлеге эшмәкәрлеге менән танышты. Бындағы диспетчерҙар көнөнә мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт ҡабул итә. Миҙгел ауырыуҙары көсәйеү сәбәпле, шылтыратыуҙар ҙа артҡан. Сағыштырыу өсөн: ковид ваҡытында мөрәжәғәттәр тәүлегенә 16 меңгә еткән булған. Ашығыс ярҙам хеҙмәтен яңыртыу артабан да дауам итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ