Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың хәтер кисәһе үтте. Сара йырсы һәм ҡурайсының тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Ишмулла Дилмөхәмәтов ҡурайҙы бөтә донъяға танытҡан шәхес. Ул үҙ дәүеренең сәсәне, республика сәнғәтен үҫтереүгә тәрән эҙ һалған моң эйәһе. Ябай халыҡ араһынан сыҡҡан ҡурайсы халыҡсан башҡарыу оҫталығы менән донъя сәхнәләрен яулай.



