Өфө - бала саҡ илендә. Башҡортостанда Бөтә Рәсәй уйын фестиваленең икенсе көнө тамамланды. Бөгөн дә күләмле форум баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын хайран ҡалдырҙы. Теләге булған һәр кем сараларҙа ҡатнашып, күңеленә яҡын уйынсыҡтарҙы һайлап алды. Эксперттар ролендә балалар үҙҙәре сығыш яһаны. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Уйынға бирелгән балалар бер үк ваҡытта эксперт ролендә лә. Улар күңеленә яҡын биш йүнәлештең береһен һайлап, иң яҡшыһын билдәләй. Ошо маҡсатта илдең 30-лап ойошма-предприятиеһы үҙ эштәрен тәҡдим итте.
Балаларҙан кемдер өй, дауахана уйнаһа, икенселәре үҙҙәре үк конструктор йыйыуҙы хуп күрҙе.
Дүрт көн дауамында барасаҡ Бөтә Рәсәй уйын фестиваленең икенсе көнө шулай уҡ мәҙәни сараларға бай булды. Һәр кем күңеленә яҡын шөғөл тапты. Кескәйҙәр генә түгел, өлкән йәштәгеләр ҙә уйындарҙан ҡәнәғәт ҡалды.
Арт-мәҙәниәт, робототехника, моделләштереү кеүек 50-нән ашыу майҙансыҡ эшләне. Уларҙа мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн дә оҫталыҡ дәрестәре ҡаралғайны. Әйткәндәй, фестиваль шулай уҡ боронғо милли уйындарҙы халыҡҡа еткереү йәһәтенән дә отошло булды.
Фестиваль ойоштороусылары фекеренсә, сара күңел асыуға ҡына ҡайтып ҡалмай. Ә уйынсыҡ етештереүселәрҙе, анимация өлкәһендә эшләүсе ойошмаларҙың, дизайнер, оҫталарҙың хеҙмәтен киң ҡатламға сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу менән бергә, форум балалар тауарҙарын үҫтереү тармағын яйға һалыуға ла булышлыҡ итәсәк
Фестивалдең алдағы ике көнөндә лә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын бай мәҙәни программалар көтә. Көн дауамындағы күңел асыу сараларынан һуң, йәнһүрәттәр, театр тамашалары ҡарау менән тамамлана. Әлбиттә, форум эшлекле һөйләшеүҙәрҙе лә үҙ эсенә аласаҡ. Ул киләсәктә уйын индустрияһын яйға һалыуҙы күҙ уңында.
Азат Ғәлиуллин






