Республикала донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге вуз-ара кампусының 2023-2026 йылдарҙа ике сиратын асыу планлаштырыла. Ошо уңайҙан Өфө фән һәм технологиялар университеты эргәһендәге иҫке бина һүтелә башланы. Элекке Киров заводы урынында заманса мәғариф объекты барлыҡҡа киләсәк. Торлаҡ корпустарын, уҡыу-аудиториялар блогын, лаборатория, геном үҙәге, спорт, ашхананы берләштергән бина файҙаланыуға 2025 йылда тапшырылыр тип көтөлә.
Өфөлә вуз-ара кампус булдырыу Башҡортостанда юғары белем биреүҙең сифатын күтәрергә һәм студенттар һанын 1,5 тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Төҙөлөшкә ярашлы кампуста йәшәү өсөн хеҙмәткәрҙәргә 4 меңдән ашыу торлаҡ урын булдырыла.






