Башҡортостан табиптары тәне 80 процент бешеү алған үҫмерҙе ҡотҡарған

12 июлдә Владислав Бисеров иптәше менән соҡор ҡаҙығанда көрәк менән 6 мең вольт көсөргәнешле кабелға ҡағылып янып китә. Хеҙмәттәше егетте ялмап алған утты һыу һибеп һүндерә. Ҡазаға тарыусы ашығыс медицина ярҙамы машинаһында дауаханаға килтерелә. Үҫмерҙең 80 процент бешеү алғаны асыҡлана. Өфөнөң 18-се клиник дауаханаһы табиптары Владислав Бисеровтың ғүмере өсөн 64 көн көрәшә, ҡатмарлы операциялар яһала. 19 йәшлек егет 8 көн яһалма комала ла тотола. Хәҙер Владиславты оҙайлы реабилитация көтә.

Табиптарға, шәфҡәт туташтарына һәм бөтә дауахана хеҙмәттәренә рәхмәт. Аяҡҡа баҫыуымды мөғжизә тип раҫлайым..Әсә- атайым гел эргәмдә булды, яҙам иттеләр. Тиҙерәк аяҡҡа баҫырға һәм уҡырға барырға теләйем.

Владислав Бисеров, зыян күреүсе

Пациент беҙҙең дауаханаға термик яныу менән эләкте. Тәненең 80 проценты бешкән ине. Был үтә ҡатмарлы осраҡ иҫәпләнә. Комплекслы интенсив терапия үткәргәс, пациент 30 көн яһалма һулыш аппаратына тоташтырылды. Тирене күсереп ултыртыу буйынса 8 операция эшләнек.

Руслан Ғиматдинов, Өфө ҡалаһының 18-се клиник дауаханаһының тән бешеүен дауалау бүлеге мөдире
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ