Бөгөн иртән М-5 федераль трассаһының 1523-сө километрында «Лада Гранта» менән «ГАЗель» йөк машинаһы бәрелешкән.
Авария урынына янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр юлланған. Юл-транспорт ваҡиғаһында 4 кеше - бер ир һәм өс ҡатын-ҡыҙ зыян күргән. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.



