Ауыл фельдшерҙарын автомобиль йөрөтөргә өйрәтеү мөмкинлектәре ҡарала

Буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн водитель курстары уҙғарыу тураһында илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе. Ул Өфө медицина колледжы нигеҙендә урта кимәлдәге һөнәри белем биреү йорттары етәкселәре менән кәңәшмә уҙғарҙы. Башҡортостанда медицина кадрҙарын әҙерләү системаһы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Михаил Мурашконың сәфәрен БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Студенттар ашығыс ярҙам күрһәтеү оҫталығын шымарта. Дәрестә барыһы ла тормоштағы кеүек. Зыян күреүсе урынына ғына манекен. Ярҙам күрһәтеүселәр иһә 4 курс студенттары. Симуляция кабинетында буласаҡ фельшерҙар. Улар үҙҙәренең оҫталығын илдең һаулыҡ һаҡлау министрына күрһәтте. Михаил Мурашко йәштәрҙең командала эшләү һәләтен юғары баһаланы, шулай ҙа хаталарына ла иғтибар итте.

Өфө медицина колледжында 7 йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләнә. Заманса йыһазландырылған уҡыу корпустарында студенттар ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙәтеү, пациенттарҙы тәрбиәләү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ашығыс ярҙам күрһәтергә өйрәнә. Өфө медицина колледжы республиканың иң боронғо уҡыу йорттарының береһе иҫәпләнә. Уның тарихы 1908 йылда башлана. Колледжда әле 150 уҡытыусы эшләй. Республиканың төрлө тәбктәренән 2 меңдән ашыу студент белем ала. Улар араһында күреү һәм ишетеү һәләте сикле булған йәштәр ҙә бар. Михаил Мурашконы буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһындырҙы.

Йылдан йыл дауаханаларҙы йыһазландырыу кимәле камиллаша бара. Яһалма инттелктлы программалар индерелә. Технологияларҙың яңырыуынан студенттар артта ҡалырға тейеш түгел тигән фекер белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры. Ул шулай уҡ ауыл фельшерҙарын автомобиль менән идара итергә өйрәтеү көн талабы булыуын билдәләне.

Ауыл ере өсөн урта кимәлдәге медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүҙең әһәмиәтенә Башҡортостан башлығы ла йыш иғтибар итә.

Кәңәшмә барышында Михаил Мурашко һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыларын тәбрикләне. Улар араһында Салауат медицина колледжы уҡытыусыһы Людмила Матвеева ла бар. Уның дөйөм хеҙмәт стажы 50 йыл.

Йәш медицина хеҙмәткәрҙәренә һөнәри эшмәкәрлегендә этәргес булырҙай саралар ҙа бихисап. Шуларҙың береһе ауыл фельдшеры. программаһы. Ул төпкөлдә эш башлаған белгескә аҡсалата ярҙам күрһәтеүҙе күҙаллай. Михаил Мурашко фекеренсә, медицина хеҙмәткәрҙәрен дәрләндереү мөһим, һаулыҡ һаҡлау системаһында улар иң ҡиммәтле ресурс.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ