Татлы сауҙа. Өфө сауҙа майҙансыҡтарында умартасылыҡ тауарҙарының күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килтерелгән балды тәмләп ҡарарға мөмкинлек булдырылды. Йәйге уңыш һәм татлы ризыҡтың уртаса хаҡтары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким.
Ишембай районы умартасыһы Әнүр Вахитов бал ҡорто үрсетеү, татлы продукция етештереү менән осраҡлы шөғөлләнмәй. Йәш эшҡыуарҙың атаһы, олатаһы ла солоҡсолоҡ серҙәре менән яҡшы таныш һәм был һөнәрҙе быуындан-быуынға тапшырыу маҡсатын ҡуйған. Өфөлә «Татлы бал» йәрминкәһендә ул йыл һайын үҙ продукцияһын тәҡдим итә.
Йүкә балы быйыл аҙ булды тип зарлана байтаҡ умартасылар. Көндәрҙең саманан тыш эҫе тороуо, ямғыр яумауы бал етештереүҙә эҙемтәһеҙ үтмәй. Умартасылар балға хаҡтар артыуын продукция күләме кәмеүе менән бәйләй.
Өфөлә сауҙа майҙансыҡтарында татлы балдың төрлө төрҙәрен тәмләп ҡарарға була. Йәрминкәгә килгәндәр өсөн шулай уҡ күргәҙмә экспозициялары тәҡдим ителде, унда умартасылар балдың составы, файҙаһы тураһында һөйләне. «Татлы бал» йәрминкәһе баш ҡаланың бөтә райондарында ла ойошторолдо.
Флорида Ким






