Өфөнән Инйәр һәм Белоретҡа тиклем – ретропоезда

Рәсәйҙә махсус рәүештә булдырылған «Грушин экспрессы» мөмкинлектәрен Башҡортостандан ярты меңгә яҡын пассажир баһаланы. 1978-cе йылғы состав илдең төп бард фестиваленең илле йыллығына арнап махсус йыһаздандырылған. Валерий Грушиндың шәхесенә килгәндә, ул 56 йыл элек Себерҙә туристик походта һыуға батҡан балаларҙы ҡотҡарып, геройҙарса һәләк булған. Ҡаһарман гитарасы исемен бөгөн легендар автор йыры фестивале йөрөтә. Ретропоезда ҡуйылған сәхнә лә яңы таланттарға юл аса. Тарихи составтың Башҡортостандың көнсығыш йүнәлеше буйынса тәүге сәфәренә БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина шаһит булды.

Иртәнге сәғәт етелә Өфө тимер юлы вокзалында ретросостав туҡталыш яһап, Инйәр, Белорет йүнәлеше буйынса пассажирҙарҙы йыя башланы. 80-cе йылдар стилендә, махсус символика менән биҙәлгән, йәшел төҫтәге поезд тәү күреүҙән үк үҙенә ғашиҡ иттерҙе. «Грушин экспрессы» тип аталыуы осраҡлы түгел, быйыл июндә «Рәсәй тимер юлы» компанияһы Һамар өлкәһендә Валерий Грушин исемендәге автор йыры фестиваленең илленсе тапҡыр уҙғарылыуына бәйле вагондарҙы тематик яҡтан әҙерләгәйне. Ваҡыт машинаһына ниһайәт Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә шаһит булды.

«Грушин экспрессы» - үҙенә күрә концерт майҙансығы. Алты вагондың берәүһе сәхнә менән йыһазландырылған. Асыҡ микрофонға сәнғәт һөйөүселәр, гитарасылар саҡырылды. Пассажирҙарҙың күбеһе Айғыр ҡаяларына сәфәргә сыҡҡан, шуға күрә поход йырҙарға ҡушылып йырлаусылар күп булды. Сығыштар дәррәү алҡыштарға күмелде. Ағас эскәмйәләр, музыка ҡоралы формаһындағы өҫтәлдәр, илдең төп бард фестивале тураһында мәғлүмәт, фотоһүрәттәр - вагондарҙың интерьеры ла айырым иғтибарға лайыҡ.

Ретропоезд презентацияһы тәүгеләрҙән булып «Өфө-Инйәр-Белорет» йүнәлеше буйынса ойошторолоуы осраҡлы түгел. Халыҡ араһында ихтыяж менән ҡулланылған туристик маршрут. Быйыл майҙан алып ҡына Башҡортостандың ҡала яны пассажирҙар компанияһы илле мең кешене хеҙмәтләндергән. Айырыуса Айғыр ҡаяларына ашҡыныусылар артыуы күҙәтелә.

Ретропоезд мөмкинлектәрен пассажирҙар юғары баһаланы, сәфәр күңелле үтһен өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Әйткәндәй, «Грушин экспрессы» Башҡортостан тимер юлдарына даими рәүештә сыға башлауы ла ихтимал.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Куйбышев тимер юлы етәксеһе менән осрашыуы һөҙөмтәһе булараҡ төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡала яны пассажирҙар компанияһы менән берлектә республиканың көнсығыш йүнәлеше буйынса туристик ретропоезд ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Ведомство тарафынан был йүнәлеш дәүләт заказына индереләсәк. Эшмәкәрлектең тәүмаҡсаты - эске туризмды үҫтереү.

Руслан Ғарипов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы Куйбышев тимер юлы менән берлектә республикала транспорт стратегияһын уңышлы тормошҡа ашыра. Төбәктә йәшәүселәр араһында «Орлан» һәм «Ҡарлуғас» электропоездары ихтыяж менән файҙаланыла. Уларҙың һаны йәнә артасаҡ. Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса, декабрҙә тағы ла ике составтың килеүе көтөлә.

Антон Гармаш, Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы етәксеһе

Ретропоезға килгәндә, асыҡ микрофон янынан һәүәҫкәр музыканттар өҙөлмәне. Пассажирҙар дәртле йырҙар тыңлап, Айғыр ҡаяларын яуларға көс-дәрт тупланы. Сәфәр башлана ғына. Усаҡ янында ла гитара моңдары яңғыраясаҡ.

Башҡортостандың ҡала яны пассажирҙар компанияһы Хөкүмәт ярҙамында туристар өсөн тағы ла бер яңылыҡ әҙерләй. Йыл аҙағында Инйәр станцияһынан Айғырға тиклем паравоз ебәреү планлаштырыла. Унда ике вагон, барлығы 120 урын буласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ