Башҡортостанда ураҡ тамамланыу алдында, эш 85 процентҡа теүәлләнгән

2 миллион 800 мең тонна иген бураларға һалынған. Гектар ҡеүәте яҡынса 20 центнер. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған сираттағы оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Радий Хәбиров ауыл эшсәндәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шул уҡ ваҡытта юл, стелаларҙың торошо буйынса ҡайһы бер муниципалитет етәкселәренә тәнҡит һүҙҙәре лә яңғыраны.

Башҡортостан ҡаҙнаһынан муниципалитеттарға юлдарға ҡырсынташ түшәүгә унышар миллион һум аҡса бүленә. Дөйөм файҙаланыуҙағы ресурстар менән эш итеү талаптары ябайлаштырылыуы ла - юлһыҙлыҡ мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙыу эштәре майҙаны ике гектарға тиклем сикләнгән. Әммә ҡайһы бер район хакимиәттәре был мөмкинлек менән файҙаланырға ашыҡмай. Әлегә ведомство тарафынан 322 белешмә генә тапшырылған.

Оператив кәңәшмәлә район-ҡалаларға ингән урында стелаларҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе лә күтәрелде. Әлегә 252 объекттың ике йөҙө муниципалитеттар тарафынан тейешле торошҡа килтерелгән. Ремонт эштәре дауам итә. Радий Хәбиров ноябрь аҙағына тиклем стелаларҙы тулыһынса алмаштырыу талап ителгән райондар исемлеген әҙерләргә, финанс сығанаҡтарын билдәләргә ҡушты.

Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркын үҫтереү мөмкинлектәре лә ҡаралды. Төҙөлөш эштәренең өсөнсө этабында ябыҡ тир, музей-күргәҙмә үҙәге, ат спорты комплексы һәм еңел авиация өсөн осоу-ултырыу һыҙаты булдырыу ҡаралған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров парк етәкселеге, төҙөүселәргә һәм уҡытыусылар коллективына биләмәне үҫтереү һәм йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса алып барылған әүҙем эш өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе

Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров «Патриот» паркы генераль директоры Александр Старшининға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы. Шулай уҡ «Туҡланыу үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе Ынйы Әхмәҙуллина Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ойошма ете йөҙҙән ашыу мәғариф учреждениеһын хеҙмәтләндерә.

Башҡортостанда гриппҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Әлегә 672 мең кеше прививка эшләткән. Төбәк етәксеһе яуаплы ведомстволарға миҙгел ауырыуҙары буйынса контролде көсәйтергә ҡушты.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ